«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Әсәлек капиталы"ның күләме арта



26.09.2019 "Әсәлек капиталы"ның күләме арта

Киләһе йылда беҙҙең ғаиләләрҙең яратып өлгөргән "маткап" суммаһы байтаҡҡа арттырылыуы көтөлә.

Ул 13 000 һумға артып, 466 мең һумға етәсәк. Был хаҡта РФ Премьер-министры Дмитрий Медведев хәбәр итте.
Ҡаҙнаға 316 миллирад һум һалып та ҡуйылған.

Әйҙәгеҙ, йәштәр демографияға өлөшөгөҙҙө индерегеҙ. Бер ыңғай әлеге "маткап"ты ла алырһығыҙ. Ярҙам бит әҙме-күпме.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Автор фотоһы.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға