«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өйгә эште нисә сәғәт эшләргә?



26.09.2019 Өйгә эште нисә сәғәт эшләргә?

“Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, өйгә эштең дә үҙ ваҡыты бар.

2-3-се кластар өсөн ул 1,5 сәғәттән дә артыҡ булмаҫҡа тейеш!

4-5-се кластар өсөн 2 сәғәт ҡаралған.

6-8-се кластар өсөн – иң күбендә 2,5 сәғәт.

9-11-се кластар өсөн – 3,5 сәғәт.

Башланғыс кластарға иһә “Роспотребнадзор”, өйгә эш эшләргә иң ҡулай ваҡыт көндөҙгө сәғәт 3-тән алып 4-кә тиклем, тип белдерә. Дәрестән һуң һәм өйгә эш эшләр алдынан бала 2 сәғәт саф һауала ял итергә тейеш, ти белгестәр.

Их, был ҡағиҙәләрҙе үтәп кенә өйгә эш әҙерләп булһын ине ул! Ҡайһы ваҡыт өйгә эш эшләү ваҡыты төнгө сәғәт 12-гә тиклем һуҙыла! Ә һеҙҙең нисек, был нормаларҙы үтәйһегеҙме?





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға