«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йылайыр районында 70 йәшлек инәй урманда аҙашҡан



26.09.2019 Йылайыр районында 70 йәшлек инәй урманда аҙашҡан

Пенсионер ҡатын яҡындағы урманға бәшмәк йыйырға сыға һәм үҙе лә һиҙмәҫтән аҙаша.

Ярай әле кеҫә телефоны була, замана инәйе 112 номерын йыйып, хәлен аңлатып бирә. Ул урман диләнкәһендә булған бағаналағы яҙыуҙарҙы әйтә, был мәғлүмәт ҡотҡарыусыларға уны табырға ярҙам итә.

Ваҡиға урынына Йылайыр районының полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала барып етә. Эске эштәр хеҙмәткәрҙәре өлкән йәштәге инәйҙе таба һәм өйөнә алып бара.

Бөгөн инәй үҙен ҡотҡарыусы полиция хеҙмәткәрҙәре Сергей Алексеевҡа, Нуритдин Мәхмүтовҡа, Илнур Күҙәшевҡа рәхмәт әйтә.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: МВД сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға