«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » V ШОС һәм БРИКС эшҡыуарлыҡ форумы бауырһаҡтан яҙыу менән аптыратты



26.09.2019 V ШОС һәм БРИКС эшҡыуарлыҡ форумы бауырһаҡтан яҙыу менән аптыратты

Өфөлә үткән V ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ форумында бауырһаҡтан #UfaForumSCOandBRICS хэштег яҙыуын яһағандар. Уның ауырлығы 150 килограмм тәшкил иткән.

Башҡортостан үҙенең аш-һыуы һәм ҡунаҡсыллығы менән дан тота. Ошоно күҙ уңында тотоп, эшҡыуарлыҡ форумында бауырһаҡтан - майҙа ҡыҙҙырып яһалған ҡамыр тәмлекәсенән ике тәүлек дауамында яһалған #UfaForumSCOandBRICS хэштегы күрһәтелде. Уны Рәсәйҙең Рекордтар китабына индерҙеләр.

Хэштег нимә ул тиерһегеҙ. Интернет ҡулланыусылары асҡыс һүҙ алдына # рәшәткә символын ҡуйып, берәй яңылыҡ, ваҡиға тураһында яҙа, башҡалар шул асҡыс буйынса яңылыҡты эҙләп таба. #UfaForumSCOandBRICS хэштегы ла бар донъяға V ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы тураһында һөйләй. Бауырһаҡ үҙе үткәндәрҙән хәҙергегә сәләм еткерә, башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығын, форумдың берҙәмлек, дуҫлыҡ яҡлы булыуын күрһәтә.

Бауырһаҡлы рекордты ҡуйыу идеяһы менән БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы сығыш яһаны.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға