«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бик үҙенсәлекле авария



26.09.2019 Бик үҙенсәлекле авария

Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ҡына юл ваҡиғаһы булған.


Туҡталыштан йыраҡ түгел ике иномарка «осрашҡан». «КИА Керато» «КИА Рио» автомобиленең уң яҡ ҡабырғаһына алғы һәм артҡы тәгәрмәстәре менән барып менгән. Бәхеткә күрә, бер кем дә зыян күрмәгән, водитель туҡтап, көскә пассажирҙарын сығарып өлгөргән. Шундай үҙенсәлекле итеп машинаһын ҡуйған икенсе водитель, үҙен бик тыныс тотоп, был юл-транспорт ваҡиғаһында унан башҡа бер кем дә ғәйепле булмауын таныған.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Татарстан-24


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға