«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әбйәлилдәр ҡайҙа? Иртәгә - Өфөлә!



25.09.2019 Әбйәлилдәр ҡайҙа? Иртәгә - Өфөлә!

Иртәгә, 26 сентябрҙә, Өфө ҡалаһының Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыуға арналған муниципаль берәмектәр араһында үткәрелгән «Башҡортостан тарихы биттәре» фестиваль-марафонында Әбйәлил районының презентацияһы уҙасаҡ.


Сараның программаһында: район тарихы, уның ойошмалары, учреждениелары һәм предприятиялары тураһында экспозиция, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, район етештереүселәренең продукциялары күргәҙмәһе.

Бынан тыш билдәле эстрада йондоҙҙары һәм райондың үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары ҡатнашлығында ҙур концерт программаһы әҙерләнгән.

Әбйәлилдәр күркәм сараға баш ҡалала йәшәүсе, эшләп һәм уҡып йөрөүсе яҡташтарын саҡырып ҡала!

Фестиваль 17.00 сәғәттә башлана. Инеү ирекле, ләкин урындар һаны сикле.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға