«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Идеяларҙан - эшкә"



25.09.2019 "Идеяларҙан - эшкә"

27 сентябрҙә Йылайыр районында һөнәр һайлауға йүнәлтелгән "Идеяларҙан - эшкә" акцияһы үтәсәк.

2016–2020 йылдарҙа уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү, йәш граждандарҙың хеҙмәт баҙарында социаль яраҡлашыуы буйынса комплекслы саралар планына ярашлы акцияны Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы былтыр Әбйәлил һәм Хәйбулла райондарында ойоштороп уҙғарһа, быйыл сират Йылайырҙарға.

Уҡыусылар махсус күргәҙмәләрҙән һөнәргә бәйле кәрәкле мәғлүмәттәрҙе алһа, уҡыу тренажерҙарында үҙ һәләтен һынап ҡарай аласаҡ. Сибай, Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла райондары хакимиәттәре, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, мәшғүллек үҙәге вәкилдәре, мәктәп етәкселәренә һөнәр һайлауға бәйле һорауҙар бирергә мөмкин.

Сарала 1,5 мең 7-11 синыф уҡыусылары, 21 предприятие, 3 юғары уҡыу йорто, 10 һөнәри белем биреү йорто ҡатнашасаҡ.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға