«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үҫеш нөктәһе!



25.09.2019 Үҫеш нөктәһе!



Кисәге милли "Мәғариф" проекты сиктәрендә Учалы районының дүрт мәктәбендә: Учалы ауылында, Миндәктә, Уральскийҙа һәм Илселә «Үҫеш нөктәһе» асылды.

Ошо проект арҡылы үрҙә аталған мәктәптәр мобиль интерактив комплекстар, 3D-принтерҙар, медицина тренажерҙары менән кешегә тәү ярҙамды күрһәтергә өйрәнер өсөн манекендар, «Лего» конструкторҙары менән тулыландырылған. Бынан тыш "Үҫеш нөктәһе"ндә махсус коллектив зона (коворкинг), медиазона һәм шахмат залдары ла бар.

Был заманса кабинеттар, ҡорамалдар ҡунаҡтар, комиссиялар килгәндә генә файҙаланылмай, көн дә, хатта ял көндәрендә лә тулы көскә ҡулланылһын, ауыл балаларының үҫешенә ысын мәғәнәһендә этәргес көс булһын инде.

Әйткәндәй, бындай "Үҫеш нөктә"ләре республикабыҙҙың 133 ауыл мәктәбендә буласаҡ. Бар йәһәттән алдынғы мәктәптәрҙә, әлбиттә.

Был фотолар Миндәк мәктәбендә эшләнде. Уҡытыусыларҙың кейеменә иғтибар иттегеҙме? "Үҫеш нөктә"һенә ярашлы!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Автор.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға