«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һөйөнөслө яңылыҡ! Ике белем усағы археолог һәм шағир исемдәрен йөрөтәсәк!



25.09.2019 Һөйөнөслө яңылыҡ! Ике белем усағы археолог һәм шағир исемдәрен йөрөтәсәк!

Һөйөнөслө яңылыҡ! Ике белем усағы археолог һәм шағир исемдәрен йөрөтәсәк!Тимербай Йосопов һәм Нияз Мәжитов исемдәре республика лицейына һәм гимназияға бирелде. Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарарҙары республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт порталына ҡуйылған.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимербай Йосопов исемен Дыуан районының республика лицей-интернаты йөрөтәсәк.

Ғафури районының Красноусол башҡорт гимназия-интернатына билдәле ғалим Нияз Мәжитов исеме бирелде.

Тимербай (Тимер) Йосопов (1938 — 2016) — билдәле шағир-лирик, Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы лауреаты.

Нияз Мәжитов (1933 — 2015) — данлыҡлы археолог, йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре, тарих фәндәре докторы, БДУ профессоры, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға