«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Радий Хәбиров бизнес шерифтары институты булдырыласаҡ тип белдерҙе



25.09.2019 Радий Хәбиров бизнес шерифтары институты булдырыласаҡ тип белдерҙе

V ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең эшҡыуарлыҡ форумының тәүге көнөндә Башҡортостан Республикаһы Башлығы инвестициялар проекттары презентацияһын асты.

Радий Фәрит улы бизнес өсөн ҡулайлы мөхит тыуҙырыуҙы булдырыу бурысын ҡуйҙы һәм 1 ноябргә тиклем төбәктең һәр район-ҡалаһында бизнес шерифы вазифаһы булдырыласаҡ тине. Ул район йәки ҡала башлығы урынбаҫары булып, тик эшҡыуарҙар һәм уларҙың бизнесы менән эшләйәсәк.

- Был вазифаны үтәүсе бизнес өлкәһен яҡшы белергә һәм шул ук ваҡытта һеҙгә булышлыҡ итер өсөн вәкәләттәре булырға тейеш, - тине республика етәксеһе. Артабан ул бизнес шерифының бизнесмендарҙың хоҡуҡтары буйынса вәкиле эшен ҡабатламаҫҡа тейеш тип белдерҙе. Омбудсмендан айырмалы рәүештә, БШ башҡарма власть булараҡ, ҡул аҫтындағыларға бойороҡ бирергә һәм үтәлешен тикшерә ала.

- Мин муниципалитеттар башлыҡтарына был урынбаҫарға башҡа төрлө эш ҡушыуҙы тыйҙым, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. - Бизнес шерифы тик үҙенең эше менән генә булышасаҡ.

ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы бөгөн, 25 сентябрҙә башланды һәм 27-һенә тиклем дауам итәсәк. Өфөгә 30 илдән 2500-гә яҡын кеше килде. Сараны БР Хөкүмәте ойоштора. Форум эшен sco-brics.ru сайтына инеп, онлайнда күҙәтергә мөмкин.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға