«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 951 дана "күҙ" беҙҙе күҙәтәсәк



25.09.2019 951 дана "күҙ" беҙҙе күҙәтәсәк

951 дана "күҙ" беҙҙе күҙәтәсәкБаш ҡалала йөҙҙән таный белеүсе камералар ҡуйыласаҡ.

951 ҡорамалды урамдарҙа, туҡталыштарҙа урынлаштырыу күҙаллана. Был камералар һеҙҙе бер күреп, яҙҙырып алһа, хәтерендә ҡалдырасаҡ. Йәғни, видеояҙмала теркәләһегеҙ, тигән һүҙ. Кәрәге сыҡҡанда йә енәйәтсене эҙләгәндә, үҙегеҙ кеүек осраҡлы ғына видеоға төшөүселәр менән бер рәттән энәнән-күҙҙән үткәреләсәкһегеҙ.

Әле был эш өсөн "БР мәғлүмәт-коммуникация технологиялары үҙәге" аукционда еңеп сыҡҡан. Контракт хаҡы - 134 миллион һум.

Фаразланыуынса, камералар йыл аҙағына тиклем Ленин, Революцион урамдарында, Инорста ҡуйыла. Видеояҙмалар Республика мәғлүмәт эшкәртеү үҙәгенә тапшырыла.

Әйткәндәй

Ҡайһы бер туҡталыштарға "хәүеф кнопкалары" ла урынлаштырыласаҡ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға