«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » V ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең эшҡыуарлыҡ форумы эшен бар донъя күрәсәк



25.09.2019 V ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең эшҡыуарлыҡ форумы эшен бар донъя күрәсәк

Бөгөн, 25 сентябрҙә Өфөлә V ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы башланды. Унда 30 илдән 2500-нән ашыу кеше ҡатнаша. Сараны БР Хөкүмәте ойоштора.

Иҡтисади һәм сәйәси сараның эшен sco-brics.ru сайтына инеп, онлайнда күҙәтергә мөмкин.

Форумсылар 24 эшлекле секцияла ҡатнашып, кесе һәм урта бизнесты үҫтереү һәм ярҙам итеү, кәртәһеҙ хеҙмәттәшлек, туризм, йәштәр эшҡыуарлығы, һанлы технологияларҙы үҫтереү буйынса һорауҙарға яуап аласаҡ. Улар бизнестағы төп хаталарҙы ҡараясаҡ, инвестициялар йәлеп итеү механизмдарын беләсәк, өлкәләге ауырлыҡтар менән нисек көрәшергә өйрәнәсәк, Рәсәй һәм сит ил кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ проекттары менән танышасаҡ.

Федераль һәм төбәк власть органдары етәкселәре, эксперттар һәм сит ил делегациялары вәкилдәре ҡатнашлығында пленар ултырыш ШОС һәм БРИКС илдәре бизнес-форумының төп ваҡиғаһы буласаҡ.

Сараға килеүселәр бизнестың халыҡ-ара күргәҙмәһе менән таныша аласаҡ. b2b эшлекле бәйләнештәр биржаһы, "ШОС һәм БРИКС киңлегендә хеҙмәттәшлектең эшлекле мөмкинлектәре" халыҡ-ара трегы форум ҡунаҡтары араһында эшлекле бәйләнештәр булдырыуға ярҙам итәсәк.

ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы тәүге тапҡыр 2015 йылда БРИКС-тың VII саммиты һәм уның менән бер мәлдә үткәрелгән ШОС саммиты ваҡытында уҙҙы. Дүрт йыл эсендә сараға 31 сит илдән һәм Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән 5500-ҙән ашыу делегат килде. 18 хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөлгән, b2b форматында 1000-дән ашыу осрашыу булған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға