«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибайҙы афиша тимерҙәре йәмләй



25.09.2019 Сибайҙы афиша тимерҙәре йәмләй

Уларҙа Сибай концерт-театр берекмәһенең афишалары һәм репертуары менән танышырға мөмкин.

Тимер конструцияларҙы Юнир Шәрипов яһаған. Улар дүрт урында:
- З.Вәлиди һәм Таусылар проспекты киҫелешендә,
- Ф.Белов урамында элекке теген фабрикаһы һәм Үҙәк ҡала дауаханаһы янында,
- Лермонтов урамында тимер юл вокзалы янында,
- үҙәк майҙанда "Атмосфера" кинотеатры ҡаршыһында урынлаштырылған.

Концерттарға һәм спектаклдәргә рәхим итегеҙ!

Әйткәндәй:
2 октябрь көндө Сибай концерт-театр берекмәһе Өфө тамашасыларын һәм баш ҡалабыҙ ҡунаҡтарын «Башҡортостан» дәүләт концерт залына республикабыҙҙың 100-йыллығына арналған ҙур тамашаға саҡыра.

Концертта бөтә ижади төркөм: «Сибай» бейеү ансамбле, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рөстәм Хәсәнов, Раушан Ниязғолов, Марс Ишморатов, республика йыр бәйгеләре лауреаттары Ғаяз Ғәйетбаев, Сөмбөл Моратова, Зәбирә Әминева, "Тархан" фольклор-эстрада төркөмө егеттәре һәм башҡалар ҡатнаша.

Билеттарҙы ҡала кассаларында һәм biletbar.ru сайтында һатып алырға була.








Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға