«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сөгөлдөр быйыл уңған - шәкәр күп буласаҡ!



25.09.2019 Сөгөлдөр быйыл уңған - шәкәр күп буласаҡ!

Төбәктең өс шәкәр заводы 180 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрөн эшкәрткән.

Шишмәлә, Мәләүездә һәм "Раевсахар" предприятиеһында 24 сентябргә ҡарата 181 мең тонна сөгөлдөр эшкәртелгән, 310 мең тоннаһы кагат өйөмдәренә һаҡлауға ҡалдырылған.

БР Ауыл хужалығы консультацияһы үҙәге мәғлүмәте буйынса, шишәмбегә ҡарата 475 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған. Быйыл татлы тамыраҙыҡтың уңышы шәп - гектарына 356 центнер тәшкил итә. Ауырғазы районында был күрһәткес тағы ла юғарыраҡ, уртаса уңыш гектарына 430 центнерҙан ашыу сыға. Бүздәктә иһә 400 центнерҙан аша, Саҡмағошта 377 центнерға барып етә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға