«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ужым 380 мең гектарҙа сәселгән



25.09.2019 Ужым 380 мең гектарҙа сәселгән

БР Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, 23 сентябргә ҡарата республикала 386,1 мең гектар майҙанда ужым культуралары сәселгән.

Әлегә баҫыуҙарҙың структураһы ошолай нисбәттә:
- ужым арышы - 179,4 мең гектар,
- ужым бойҙайы - 189,3 мең га,
- тритикале – 9 мең га,
- башҡа культуралар - 8,4 мең га.

Дәүләкән, Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Ауырғазы, Илеш, Саҡмағош райондары ужым буйынса үҙҙәренең пландарын тулыһынса үтәгән. Ейәнсура, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы аграрийҙары ла көҙгө сәсеүҙе тамамларға тора.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға