«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Республикала 450 мең тоннанан ашыу тауар һөтө етештерелгән



26.09.2019 Республикала 450 мең тоннанан ашыу тауар һөтө етештерелгән

Йыл башынан төбәк ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары 451,2 мең тонна һөт һатҡан йәки тапшырған, был былтырғы шул ваҡыт арауығынан 817 тоннаға күберәк.

Тауар һөтө етештереүҙә Саҡмағош районы алдынғы - бындағы күрһәткес йыл башынан 40,7 мең тонна тәшкил итә. Һауым буйынса икенсе урында стәрлетамаҡтар килә - 28,3 мең тонна. Өсөнсө урынды Дүртөйлө биләгән - 23,4 мең тонна.

Әйткәндәй, республикала йыл башынан тулайым һауым 1 млн 122 мең тонна тәшкил итә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға