«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Башнефть» компанияһында яңы етәксе



25.09.2019 «Башнефть» компанияһында яңы етәксе

«Роснефть» составына инеүсе «Башнефть» компанияһының яңы президенты итеп Хәсән Татриев тәғәйенләнгән.


2015 йылдан алып ул Рәсәйҙең иң ҙур нефть сығарыусы предприятиеларының береһе – «РН-Юганскнефтегаз» ды етәкләй.
«Роснефт»тең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Хәсән Татриев күп йылдар дауамында «Роснефть» йәмғиәтенең төп филиалдарында етәксе вазифаһын башҡара. Уның етекселеге аҫтында Самотлор ятҡылығында , «РН-Юганскнефтегаз»да нефть етештереү буйынса юғары уңыштарға өлгәшелә.
2016 йылдан алып «Башнефть» менән идара итеүсе Андрей Шишкин Алыҫ Көнсығышта үҙ эшмәкәрлеген дауам итәсәк.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Башинформ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға