«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Инвалидтарға – эш



25.09.2019 Инвалидтарға – эш


Иртәгә Өфө ҡалаһының Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк. Уларға администратор, әйҙәүсе белгес, водитель, инженер- проектлаусы, программист, консультант, менеджер, инженер- конструктор, һатыусы - консультант, фармацевт, оператор, автомобилдәрҙе ремонтлау буйынса слесарь, дизайнер, тәрбиәсе, уҡытыусы эштәре тәҡдим ителә. Сараға килеүселәр һөнәри йүнәлеш буйынса консультациялар алып, компьютер диагностикаһы ла үтә ала. Йәрминкә Ибраһимов бульвары, 47/1 һанлы йортта сәғәт 10-дан 12-гә тиклем уҙғарыла.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға