«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рактан да яманыраҡ биш ауырыу



24.09.2019 Рактан да яманыраҡ биш ауырыу

Медиктар яман шештән дә ҡурҡынысыраҡ биш ауырыу булыуы хаҡында хәбәр итә. Был сирҙәрҙе дауалау мөмкин түгел, ти улар.


Уларҙың береһе кешенең арҡа мейеһен дә, баш мейеһен дә зарарлаусы «һыйыр ҡотороуы» ауырыуы. Ул нервы бөтөмдәрен юҡҡа сығара, һөҙөмтәлә кеше бер нәмә лә һиҙмәй башлай.


Артабан фаталь йоҡоһоҙлоҡ килә. Кеше ете айҙан алып, өс йылға тиклем йоҡоһоҙлоҡтан интегә. Һөҙөмтәлә пациенттың күҙенә юҡ-бар нәмә күренә башлай, унда көслө ҡурҡыу барлыҡҡа килә һәм кеше әкренләп юҡҡа сыға.


Зарарлы йәнлектән йоҡҡан ҡотороҡ ауырыуы ла бик хәүефле. Ике аҙна эсендә кеше вакцинация үтмәһә, дауалауҙың файҙаһы булмаясаҡ, ауырыуҙы туҡтатыу мөмкин түгел.


Марбург геморрагик лихорадкаһын да табиптар иң ҡурҡыныс ауырыуҙар рәтенә индерә. Ул кинәт температура күтәрелеү һәм ҡорһаҡта ҡаты ауыртыу барлыҡҡа килеү менән һыҙатлана. Һөҙөмтәлә токсик шоктан кеше үлә.


5-се урында фибродисплозия килә. Ул кешенең тарамыштарын, мускулдарын, һеңерҙәрен һөйәккә әйләндерә.



Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Яндекс



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға