«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Система" хәйриә фонды Башҡортостанда тәүгә күләмле социаль-мәҙәни фестиваль уҙғарасаҡ



24.09.2019 "Система" хәйриә фонды Башҡортостанда тәүгә күләмле социаль-мәҙәни фестиваль уҙғарасаҡ

29 сентябрҙән алып 10 октябргә тиклем биш ҡала - Благовещенск, Бөрө, Ишембай, Мәләүез һәм Өфө халҡы "Система Fest" мәҙәни-ағартыу программаһында ҡатнашасаҡ. Бынан тыш, фонд республиканың социаль һәм белем биреү учреждениеларына 3 млн һумдан ашыу суммаға хәйриә ярҙамы күрһәтәсәк.

Фестиваль БР Хөкүмәте һәм "Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы" акционер йәмғиәте менән берлектә уҙғарыла.

"Система Fest" 29 сентябрҙә Өфөлә башлана. Был көндө "Мәҙәни ял көнө" бөтә Рәсәй акцияһы барышында М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы үҙ ишектәрен асасаҡ. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарға тематик күргәҙмәләр, экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм лекциялар уҙғарыласаҡ.

30 сентябрҙән алып 3 октябргә тиклем фестиваль Башҡортостан ҡалалары буйлап китәсәк. 30 сентябрь - Благовещенда, 1 октябрь - Бөрөлә, 2 октябрь - Ишембайҙа, 3 октябрь - Мәләүездә булғандан һуң ул кире баш ҡалаға әйләнеп ҡайтасаҡ. Һаналған ҡалаларҙа ошолар тәҡдим ителәсәк:
- кино күрһәтеү һәм лекциялар менән мобиль планетарий,
- Рус музейы йыйылмаһынан И.К. Айвазовский эштәре күсермәләре күргәҙмәһе,
- һөнәри оҫталыҡ дәрестәре.
Балаларға тематик квестар, лекциялар, өҫтәл уйындары, ҡурсаҡ театры тамашаһы күрһәтеләсәк. Өлкәнерәктәргә "Знаток" ғилми-интерактив лабораторияһында физика, электр һәм электротехника буйынса һынауҙар үткәреү, "Экспериментариум" музейы электр менән тәжрибәләр ойоштороу, "Playtronika"ла йәш уйлап табыусыларҙы физик программалау көтә.
Фестивалде ойошторуҙа ярҙам иткән "БЭСК" акционер йәмғиәте электр техникаһы һәм электр хәүефһеҙлеге буйынса викторина уҙғарасаҡ. Еңеүсе мәктәптәргә компьютерҙар бүләк ителәсәк, призлы урын алыусы уҡыусылар һәм уларҙың уҡытыусылары ла бүләкләнәсәк.

"Система Fest" мәлендә хәүефһеҙлек буйынса проблемаларҙы хәл итергә өйрәтәсәктәр. "Лиза Алерт" эҙләү-ҡотҡарыу отряды лекцияһында урманда, урамда, транспортта йөрөү ҡағиҙәләренә төшөнөргә мөмкин буласаҡ. Толерантлыҡ педагогикаһы һәм психологияһы өлкәһендәге Федераль ғилми-методик үҙәге оҫталыҡ дәрестәрендә кеше менән аралашыу, бүтәндәр һүҙенә иғтибар итмәү, киҫкен психологик хәлдәрҙән сыға белеү темалары ҡараласаҡ. Әйткәндәй, Толерантлыҡ үҙәге белгестәре БР Мәғарифтә үҫтереү институтында педагогтар өсөн "Барыһы ла мөһим" буллингыға ҡаршы программаһы буйынса белем биреү учреждениеһында балаларҙың бер-береһен ҡыйырһытыуын иҫкәртеү буйынса уҡытыу ойошторасаҡ.

"Система" хәйриә фонды фестиваль үтәсәк ҡалаларҙа балаларға белем биргән учреждениеларға хәйриә ярҙамы ла күрһәтәсәк.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға