«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортса рюкзак ошолай була!



24.09.2019 Башҡортса рюкзак ошолай була!

Гүзәл зат өсөн сумка – иң мөһим аксессуарҙарҙың береһе. Унһыҙ ике ҡулһыҙ, кеүек. Барлыҡ донъябыҙ ҡул сумкаһына һыя – документтар, аҡса, косметика. Берәүгә бәләкәй генә, икенсегә — ҙуры, өсөнсөләргә ҡупшы рюкзактар оҡшай. Ғөмүмән, сумкаға ҡарап, ҡатын-ҡыҙ тураһында күпте әйтеп бирергә була.


Ә ошондай этнорюкзак күргәнегеҙ бармы?

Оҫтабикә Айгөл Ғәлиуллинаның ҡул эше акрил материалынан ырғаҡ менән бәйләнгән. Башҡорт балаҫының аллы-гөллө биҙәктәре менән нағышланған. Бигерәк матур үҙебеҙҙең милли орнаменттар! Бындай рюкзак таҡҡан һылыуҡайҙы күмәк кеше араһында ла юғалтып булмаясаҡ!



Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға