«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сөйәлде нисек бөтөрөргә мөмкин?



24.09.2019 Сөйәлде нисек бөтөрөргә мөмкин?


Сөйәлде яндырып, соҡоп, туңдырып, лазер ярҙамында дауалайҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был операциялар ауыртыныуһыҙ үтмәй һәм гел генә ярҙам да итмәй. Бер ерҙән алып ташлаһаң, сөйәл икенсе урында барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Сөйәлдән ҡотолоу өсөн халыҡ медицинаһы ысулдарына мөрәжәғәт итеп ҡарарға мөмкин. Тик иң беренсе сиратта ысынлап та сөйәл икәнлегенә инанығыҙ, миң йәки башҡа нәмә булып ҡуймаһын.


Әгәр ҙә бер генә сөйәл сығып, һеҙгә ҡамаусаламаһа, уға тейергә ашыҡмағыҙ. Билдәле булыуынса, сөйәлдәрҙең 40 проценты үҙенән үҙе юҡҡа сыға. Дөрөҫ, бының өсөн күпмелер ваҡыт кәрәк, 2 – 3 йыл да үтеп китеүе ихтимал. Әгәр ҙә ҙурая һәм тәнгә тарала башлаһа, был осраҡта сара күрергә кәрәк.


Сөйәлде дауалағанда кислоталы препараттар яҡшы һөҙөмтә бирә. Әлбиттә, препаратты ҡулланыр алдынан уның ҡулланмаһы менән яҡшылап танышып сығырға кәрәк. Икенсенән, бер-ике аҙна дауамында сөйәл бөтмһә, дауалауҙы туҡтатырға һәм табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Сөйәлде дауалау өсөн С витаминын йәиһә аскорбин кислотаһын ҡулланырға мөмкин. Бер төймә витаминды һыу менән паста хәленә килгәнсе иҙергә һәм сөйәлгә ябып, бәйләп ҡуйырға. Быны төнгөлөккә эшләү яҡшы. Ғәҙәттә бер аҙнанан сөйәл бөтә.


Шулай уҡ салицил кислотаһы препараттары ла һөҙөмтәле. Әммә уларҙы диабетиктарға һәм ҡан әйләнеше боҙолған кешеләргә ҡулланырға ярамай. Айырыуса 40 процентлы салицил кислотаһы булған пластырь уңайлы. Уны төнгөлөккә сөйәлгә ҡуйырға ла, иртән алырға. Әммә лейкопластырҙы ҙур итеп һалырға ярамай, сөйәлде ҡапларлыҡ ҡына булһын.


Шулай уҡ дарыуханала һатылған А витмаины ла яҡшы. Бер капсуланы асып, сөйәлгә һөртөргә кәрәк. Бындай дауалау курсы оҙайлы ваҡыт талап итә, 2 – 3 ай ваҡыт китеүе мөмкин. Әммә сөйәл күп икән, тап уны ҡулланырға була.


Табанығыҙҙағы сөйәлдәрҙән вирустарға ҡаршы риодоксол майын ҡулланһағыҙ, бер-ике аҙнала ҡотолорһоғоҙ.


Башҡа халыҡ медицинаһы ысулдарын да ҡулланып ҡарарға була. Тик бик һаҡ булығыҙ. Мәҫәлән, сөйәлдәргә аҡбур һөртөргә йәиһә картуф ҡабығы ябырға ярай. Шулай уҡ табандағы сөйәлгә банан тышын эске яғы менән һалып ҡарарға була. Йыш ҡына һарымһаҡ та ярҙам итә. Төнгөлөккә һарымһаҡ киҫәген ҡырҡылған яғы менән сөйәлгә лейкопластырь ярҙамында нығытып ҡуйығыҙ.


Әлбиттә, гигиена талаптарын да үтәргә онотмағыҙ. Аяҡтар һәр саҡ ҡоро һәм таҙа булырға тейеш. Көнөнә өс тапҡыр ойоҡбаштарҙы алмаштырғанда, табандағы сөйәлдәр үҙенән-үҙе бәләкәсәйә һәм таралыуҙан туҡтай.



Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Яндекс



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға