«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәйҙе һағындыҡ!



24.09.2019 Йәйҙе һағындыҡ!

Хәтәр көндәр был. Әммә аптырарлыҡ түгел.

Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошо ниндәй буласағын фаразланы.

Бөгөн кисәге кеүек - һыуыҡ ел, урыны менән ҡар, урыны менән ямғыр. Юлдарҙа - боҙлауыҡ. температура 8 градустан да өҫкәрәк күтәрелмәйәсәк.

Иртәгә үткән ике көн тағы ла ҡабатлана кеүек. Төнөн -4 градус булыуы ихтимал.

26 сентябрҙә көн торошо бер аҙ үҙгәрерме, тиһәгеҙ, яуап: юҡ. Шулай уҡ - рашҡы, ел, һалҡын.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Юлай КӘРИМОВ фотоһы.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға