«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Элвин Грей Гөлназ Асаеваға өйләнә, шикелле....



23.09.2019 Элвин Грей Гөлназ Асаеваға өйләнә, шикелле....

Билдәле йырсы Лилиә Биктимерованың instagram сайтындағы фото сығыу менән, был туралағы шау-шыу тағы ҡуйырҙы.

Фотола Радик Юлъяҡшин, йәғни Элвин Грей Гөлназ Асаеваның ҡустыһы Кәрим менән төшкән. Етмәһә, әсә кеше: "Кәрим Радикты бик оҡшата. Икеһе бергә булғанда бик күңелле, шаярышып, уйнашып алалар. Прическаны ла Радик ағайҙыҡы кеүек кәрәк, тип киҫәтте" - тигән яҙма ҡуйған.
Шунан бирле ике йырсыға ла тынғылыҡ юҡ. Гөлназ менән Радикка бер туҡтауһыҙ:
- Ҡасан никах?
- Еҙнә бүләге бирҙеңме?
- Ҡәйнәңә ҡунаҡҡа барҙыңмы?
- Буласаҡ кейәү никахҡа нимә бүләк итә? - тигән кеүегерәк һорауҙар яуа башлаған.
Әлегә йәштәр ҙә, ата-әсәләр ҙә яуап бирмәй. Кәримдән һорар кәрәк, моғайын. Ағаймы, әллә еҙнәйме, тип!





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: https://www.instagram.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға