«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Ҡуштау” тау-саңғы комплексын күсерәсәктәрме?



23.09.2019 “Ҡуштау” тау-саңғы комплексын күсерәсәктәрме?

Ишембай районында урынлашҡан “Ҡуштау” тау-саңғы комплексын яңы урынға күсереүҙәре ихтимал. Был хаҡта БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы хәбәр итә.


“Был мәсьәлә БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының контролендә. Тау-саңғы комплексын күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителгән осраҡта, уны халыҡҡа йөрөргә уңайлы булған яҡын-тирәләге урынға күсерәсәктәр. Бөгөн иһә ул ғәҙәттәгесә эшләй һәм ҡышҡы миҙгелгә әҙерләнә. Бында 4 тренер эшләй һәм улар 85 баланы саңғыла йөрөргә өйрәтә. Ғинуарҙа план буйынса балалар ҡабул ителәсәк”, - тиелә хәбәрҙә. Һүҙ тауҙы эшкәртеү ваҡиғаһына бәйле, тип яҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһының урындағы "Ашҡаҙар" гәзите.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға