«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Миловка паркы» ның алданған 390 өлөшсөһөнә - фатирҙар!



23.09.2019 «Миловка паркы» ның алданған 390 өлөшсөһөнә - фатирҙар!

Октябрь аҙағында «Миловка паркы» торлаҡ комплексының 390 алданған өлөшсөһө фатирлы буласаҡ.


Башҡортостан хөкүмәтендә «Төҙөлөш сәғәте» форматында үткән кәңәшмә барышында Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Марат Әхмәҙуллин һүҙҙәренсә «Миловка паркы» комплексында айырым алты йорт һалына. «Йәштәр» комплексы тип аталған был урында 391 фатир һатып алыусыға торлаҡ тапшырыласаҡ.

Дүрт йорт әлеге мәлдә төҙөлөп бөтөп бара. Ҡалған ике йортта 2-3 аҙна самаһа эшләйһе эштәр бар әлегә, тине Әхмәҙуллин.
Был комплекста тағы ла 840 алданған өлөшсө ҡала. Улар фатирҙары буласағына һис тә өмөтөн өҙмәй.

Республика матбуғатынан.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға