«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Таһир! Еңеүсе!



23.09.2019 Таһир! Еңеүсе!

21-22 сентябрҙә Ставрополь крайының Новоселицкое ауылында һыбай уҡ атыу буйынса III Рәсәй чемпионаты уҙҙы.


Чемпионатта Башҡортостан Республикаһынан Рушан Хәсәнов менән Таһир Танатов ҡатнашты. Ике көн дауамында Рәсәйҙең ун бер төбәгенән килгән һыбайлы уҡсылар өс төрлө ярышта: корея, венгр һәм төрөк бәйгеләрендә үҙ көсөн һынаны.


21 йәшкә тиклем юниорҙар араһында өс маршруттың һөҙөмтәһе буйынса Учалы егете Таһир Танатов 1-се урын яулап, халыҡ-ара S6 квалификацияһын үтәне.


Ир-егеттәр араһында корея маршрутында Рушандың 4-се һөҙөмтә. Ай, афарин, егеттәр!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға