«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Маҡтауға лайыҡ эштәр



23.09.2019 Маҡтауға лайыҡ эштәр

Йыш ҡына ҡайһы бер өлкәндәр, бер нимәгә лә эшкинмәгәндәр, ризаһыҙлыҡ ҡына белдерергә әүәҫтәр, бер ниндәй ынтылыштары юҡ, тип йәштәрҙе һүгә, ә бит тормошто матурларға ынтылған, аҡыллы, алдынғы ҡарашлы, әүҙем йәштәребеҙ бик күп!

Шундай йәштәр, мәҫәлән, Белорет медицина колледжында белем ала. Колледждың "Һаулыҡ формулаһы" ирекмәндәр ойошмаһы ағзалары
"Ауылға изгелек" Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Белорет районы Түбәнге Төлмәй ауылына барып ҡайтҡан.

Ыртаға ҡул һелтәп йөрөп ҡайтмағандар, эш менән булғандар.

Фельдшер-акушер пунктын ирекмәндәр һыпырып таҙартҡандар, түбәһен, мейесен аҡлағандар, тирә-яғын да тәртипкә килтереп, ишекте, ҡапҡаны буяғандар.

Ирекмәндәрҙең икенсе төркөмө иһә ауыл халҡына консультация күрһәткән: уҡыусы балаларға физик күнекмәләрҙең файҙаһы тураһында буклеттар таратҡандар, ололарға инсульт һәм инфарктың хәүефе хаҡында листовкалар әҙерләгәндәр.

Шәп студенттар Бөтә донъя таҙалыҡ экология акцияһына ла әүҙем ҡушылып, уҡыу йортоноң тирә-яғын таҙартҡан. Оло эштәр шундай кескәйҙәренән башлана түгелме һуң?





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға