«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй һылыуҙары алтынсы еңеү яуланы



23.09.2019 Рәсәй һылыуҙары алтынсы еңеү яуланы

Рәсәй ҡатын-ҡыҙ йыйылма командаһы Донъя кубогы турнирында Аргентина волейболсыларын 3:0 (25:21, 25:16, 25:21) иҫәбенә отоп, алтынсы еңеү яуланы.
Улар ошоға тиклем бер уйында ғына еңелеп, 14 мәрәй менән әлегә өсөнсө урында урынлашҡан. Юғарыла – Ҡытай командаһы (20 мәрәй). Икенсе урында АҠШ (19 мәрәй).
Киләһе осрашыуҙа беҙҙекеләр Нидерланд волейболсылары менән көс һынашасаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға