«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Благовещенда 21 бала тәрбиәләгән ғаилә йәшәй



23.09.2019 Благовещенда 21 бала тәрбиәләгән ғаилә йәшәй

Вәлиевтар-Вервельскийҙар ғаиләһендә — 21 бала, уларҙың 18-е тәрбиәгә алынған. Ошо көндәрҙә Ирина Александровна һәм Вәхит Рәүил улы балалары менән бергә «Волга буйының уңышлы ғаиләһе» конкурсы призерҙары булды. Саранскиҙа үткән конкурс ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙы социаль яраҡлаштырыуға һәм балалар йорттарына булышлыҡ итеү буйынса «Бала саҡты кире ҡайтарыу» округ фестиваленә ярашлы ойошторолдо. Вәлиевтар-Вервельскийҙар «Ғаилә эше» номинацияһында бүләкләнде.


«Беҙ балаларҙың бөтәһенә бер тигеҙ ҡарайбыҙ, — ти Ирина Вервельская. — Ата-әсә улар хаҡында хәстәрлек күрһә, яратһа, аңлаһа һәм тормош ауырлыҡтарын кисермәһен өсөн барыһын да эшләһә, балалар бәхетле була. Балаларҙың һөйөүен, иғтибарын һәм күңел йылылығын тойған ата-әсә икеләтә бәхетле».





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға