«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Республика халҡының хәүефһеҙлеге өсөн - 700 миллион



23.09.2019 Республика халҡының хәүефһеҙлеге өсөн - 700 миллион

2019 йылда Башҡортостанда йәшәүселәрҙе һаҡлауға 700 миллион һум тотоноу күҙаллана


2023 йылға тиклем тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр хәүефен кәметеү һәм уларҙың эҙемтәләрен йомшартыу өсөн 3,5 миллиард һум ҡаралған. Шуның 700 миллионын ағымдағы йылда тотоналар, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.

Быйыл махсус дәүләт программаһы аҡсаһы иҫәбенә ҡотҡарыусылар ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән иҡтисади зыянды өс тапҡырға кәметеүгә өлгәште, экстремаль хәлдәрҙә 2,5 меңдән ашыу кешен ҡотҡарҙы, төбәк биләмәһендәге хәл-торошҡа тәүлек әйләнәһенә мониторинг ойошторҙо.

2023 йылға тиклемге дәүләт программаһына Система-112, граждандар оборонаһына үҙәкләштерелгән хәбәр итеү төбәк автоматлаштырылған системаһы, халыҡҡа ашығыс хәбәр итеү комплекслы системаһының төбәк сегменты, граждандарҙың айырым категорияларын янғын тураһында иҫкәрткән приборҙар менән тәьмин итеү, «Хәүефһеҙ ҡала» аппарат-программа комплексын булдырыу проекттары инә, тип яҙа "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.



Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға