«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яралы бөркөттө һауыҡтырғандар



23.09.2019 Яралы бөркөттө һауыҡтырғандар

Ейәнсура районының Яңы Себенле ауылында йәшәүсе Йосоповтар яралы бөркөттө тәрбиәләгән һәм шәбәйткән.


- Балалар табып алып ҡайтҡанда, бөркөт ауыр хәлдә ине. Өс көн буйы температураһы төшмәне. Тәүҙә ашау түгел, һыу ҙа эсә алмай ине. Тора-бара нығынды, дарыуҙар эсерҙек. Аппетиты аслғас, ҡошҡа ни ашатырға ла белмәнек. Тәүҙә селәүсен ҡаҙып, ярты биҙрә итеп йыйып бирҙек. Берәүен дә ҡалдырмай ашап бөттө. Унан тәлмәрйен йыйырға тура килде. Ҡош-ҡорт һуйыу миҙгеле башланғас, өйрәк- тауыҡтың эсәктәре, тәпәйҙәре, баштары һәм ҡанаттары бөркөткә китеп торҙо. Ниһайәт, шәбәйеп оса башланы. Ҡырағай ҡош ҡулға өйрәнмәһен тип, тиҙерәк иреккә осороп ебәрҙек, - тип һөйләй хужабикә Ләйсән Йосопова.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға