«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һыуыҡ теймәһен өсөн тоҙло кәбеҫтә ашағыҙ



23.09.2019 Һыуыҡ теймәһен өсөн тоҙло кәбеҫтә ашағыҙ

Тоҙло кәбеҫтә – витаминдар һәм файҙалы матдәләр сығанағы. Ул калий, магний, кальций, тимер цинк, фосфор, йодҡа бай. Әлеге микроэлементтар организмды нығыта һәм баш ауыртыуҙарына, йоҡоһоҙлоҡҡа ҡаршы көрәшә.

Тоҙло кәбеҫтә составындағы В6 витамины аҡһымды үҙләштерә. Шуға ла уны ит ризыҡтары менән бергә ашарға кәрәк.

Ә С витамины иһә лимондағынан да күберәк. Өшөп ҡайтҡас, эҫе сәй эскәнсе, тоҙло кәбеҫтә ашаһағыҙ, һис отолмаҫһығыҙ. Ул һалҡын тейеү ихтималын кәметә.

Кәбеҫтәлә булған күҙәнәклелек (клетчатка) аш эшкәртеү органдары һәм эсәктәр өсөн яҡшы. Организмдан шлак һәм токсиндарҙы ла сығара, бактерияларға ҡаршы тора. Тоҙло кәбеҫтәнең һыуы аппетитты аса, шулай уҡ геморрой, эс китеү ваҡытында ла файҙалы.

Тоҙло кәбеҫтә никотин кислотаһына бай. Ул тырнаҡ һәм сәстәрҙе нығытыу өсөн дә кәрәк.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға