«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә донорҙарға һәйкәл ҡуйылды



23.09.2019 Өфөлә донорҙарға һәйкәл ҡуйылды

Республика ҡан биреү станцияһы алдында донорҙарға һәйкәл ҡуйылды. Был сараға ярашлы, “Изге донор” акцияһының 50 еңеүсеһе велосипедтар менән бүләкләнде.

Рәсәйҙә беренсе ҡан ҡойоу процедураһына 100 йыл тулды. Уны тәүге тапҡыр ғалим Владимир Шамов башҡарған. Һәйкәлдә пеликан ҡошо һәм уның ҡошсоҡтары һынландырылған. Сөнки был ҡош - донорлыҡ символы. Инә пеликан аҙыҡ таба алмағас, күкрәген йолҡоп йырта һәм ас балаларын үҙ ҡаны менән туйындыра. Был легенда һәйкәл аҫтындағы табличкала яҙылған.

Һәйкәлдең авторы - Кирилл Кравчанин.

.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға