«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Оҙаҡ йәшәгең килһә хәрәкәт ит!



23.09.2019 Оҙаҡ йәшәгең килһә хәрәкәт ит!

Япония ғалимдары кешенең 80 йәшкә тиклем йәшәйме-юҡмы икәнен асыҡларға өйрәнгән. Сит ил табиптары фекеренсә, әгәр ҙә кеше 70 йәштә лә етеҙ генә хәрәкәт итә ала икән, уның ғүмере тағы ла 10 йылға оҙонаясаҡ.

Табиптар оҙаҡ ваҡыт 60-80 йәшлек кешеләрҙең хәрәкәт итеү тиҙлеген өйрәнгән. Эксперимент 1997 йылда уҡ башланған. Ун йыл дауамында кеше 5-10 процентҡа тиҙерәк хәрәкәтләнә башлаған тигән һөҙөмтәгә килгән улар.

Ғалимдар фекеренсә, оҙаҡ һәм сәләмәт йәшәү сере – физик хәрәкәтләнеүгә бәйле. Шулай уҡ, сынығыу, дөрөҫ туҡланыу, эш менән ялды тигеҙ бүлә белеү ҙә ҡартлыҡты кисектерә.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға