«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иғтибар: енәйәтселәр!



01.03.2011 Иғтибар: енәйәтселәр!

Иғтибар: енәйәтселәр!БР буйынса Эске эштәр министрлығы һәм Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығы тарафынан баш ҡала магазиндарына пистолетҡа оҡшаш әйбер ҡулланыу менән һөжүм итеүҙәр серияһы өсөн ике кеше эҙләнә.
Енәйәтселәрҙең билдәләре:
Тәүгеһе: 20 – 25 йәштәрҙә, буйы 170 – 175 см, мыҡты йәки уртаса кәүҙәле. ҡара­һыу төҫтәге сепрәк куртка, ҡара башлыҡ, ҡараһыу салбар, ҡара ботинка кейгән. Икенсеһе: 20 – 25 йәштәрҙә, буйы 170 – 173 см, уртаса кәүҙәле. Капюшонлы ҡара болонья курткала, ҡара йәшел йәки асыҡ йәшел төҫтәге салбарҙа, һоро төҫтәге спорт ботинкаһы, ҡара башлыҡ кейгән.
Был кешеләрҙе белһәгеҙ йәки енәйәтте асырға ярҙам иткегеҙ килһә, түбәндәге телефондар буйынса шылтыратыуығыҙ һорала:
Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығына – 8-989-95-000-44, 279-31-29. БР буйынса Эске эштәр министрлығына – 279-35-81; дежур часҡа – 279-39-02; ышаныс телефонына – (347) 128.
Шылтыратҡандарҙы бүләкләү көтә. Кон­феденциаллек гарантиялана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға