«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҡташыбыҙ алтын миҙал яуланы



23.09.2019 Яҡташыбыҙ алтын миҙал яуланы

Пермьда уҙған йәйге биатлон буйынса Рәсәй беренселегендә яҡташыбыҙ Антон Бабиков кросс-спринта беренсе килеп, алтын миҙал яуланы.
Ул ике атыу рубежында ла юғалтыуһыҙ атып, финишҡа беренсе килде. Командалаш иптәштәре Алексей Слепов менән Юрий Шопин икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште. Команда лидеры Александр Логинов һәм Евгений Гараничев стартҡа сыҡманылар.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға