«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һарытауҙа Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре



23.09.2019 Һарытауҙа Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре

24 сентябрҙән Перелюб һәм Пугачев райондарында ҡурай, ҡумыҙ, халыҡ бейеүҙәре һәм йырҙары буйынса оҫталыҡ дәрестәре башлана. Күсембәт, Калинин, Бобров Гай, Мәҡсүт ауылдарының мәҙәниәт йортона рәхим итегеҙ, тип яҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте.


27 сентябрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары Пугачев һәм Перелюб райондарында йәшәгән милләттәштәребеҙ менән осраша.

27 сентябрҙә Күсембәт һәм Бобров Гай ауылдарында йәкшәмбе мәктәбе уҡытыусылары өсөн оҫталыҡ дәресе, Башҡортостандың инновацион мәктәптәре һәм "Туған тел илселәре" проекты презентацияһы. Ата-әсәләр һәм балалар гимназия, лицей-интернаттарҙа уҡыу һәм йәшәү шарттары, башҡорт телен дистанцион өйрәнеү курстары менән таныша ала. Уҡыусылар өсөн Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса квест үткәрелә.

Ошо уҡ көндә оҫталыҡ дәрестәрендә шөғөлләнгәндәр концерт менән сығыш яһаясаҡ, концерттан һуң Булат Йосоповтың "Беренсе республика" фильмы күрһәтелә. Башҡорт телендә китаптар сауҙа-күргәҙмәһе эшләйәсәк.

28 сентябрь Һарытауҙа Н.Г.Чернышевский ис. Һарытау милли тикшеренеү дәүләт университетында "Һарытау Волга аръяғы башҡорттары һәм дала Евразияһы мәҙәниәте" исеме аҫтында түңәрәк өҫтәл үтә.

Университет биләмәһендә башҡорт тирмәһе ҡороласаҡ. Тирмә янында уҡ-һаҙаҡ, милли биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үтәсәк.

Х.Әхмәтов ис. Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм "Далан" төркөмө, Һарытау өлкәһе ижади коллективтары концерты ла ошонда үтә.
БР Милли музейының һәм милли биҙәүестәр, уйын ҡоралдары, китаптар күргәҙмәләре эшләйәсәк.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға