«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Сестренка»ға бармай ҡалмағыҙ!



23.09.2019 «Сестренка»ға бармай ҡалмағыҙ!




19 сентябрҙә Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата уның «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәре буйынса төшөрөлгән «Сестренка» фильмы прокатҡа сыҡты.
Кинокартинаның премьераһы кисә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Уны ҡарараға Башҡортстан Башлығы Радий Хәбиров та килде. Хәрби драманы РФ Мәҙәниәт министрлығы , Мостай Кәрим исемендәге фонд ярҙамы менән «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөргән.

Презентацияла киноны төшөрөүсе төркөм ағзалары –режиссер Александр Галибин, сценарист Айҙар Аҡманов, төп ролдәрҙе башҡарыусылар, Мостай Кәримдең ейәне Тимербулат Кәримов ҡатнашты.
«Мостай Кәрим – халыҡ күңеле. Был фильмды тамашасыға тәҡдим итер алдынан ҙур яуаплылыҡ тойҙоҡ, улар оҡшатырмы икән, тип борсолдоҡ. Сөнки урыҫ кешеһе башҡорт халҡының тормошо тураһында фильм төшөрҙө. Картинала тауыш нисек бар шулай ҡалдырылды. Экранда тел тәбиғерәк, матурыраҡ яңғырай», – тине үҙенең тәьҫораттары менән бүлешеп режиссер.

Төп ролдәрҙе Йәмил менән Оксананы Арыҫлан Ҡырымчурин менән Марта Тимофеева уйнай. 7 йәшлек малай тәүге тапҡыр киноға төшһә, Марта тәжрибәле киноактриса – ул 40 фильмдың героиняһы.
«Сестренка» кинокартинаһы әле Өфөлә барлыҡ кинотеатрҙарҙа бара. Тиҙҙән «Рәсәй1» телеканалында ла күрһәтеләсәк.





Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға