«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тәбрикләйбеҙ ихлас күңелдән!



23.09.2019 Тәбрикләйбеҙ ихлас күңелдән!

Тыуған көнөң менән, журналист!

Бөгөн "Йәшлек" гәзитенә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеүсе журналисыбыҙ, Белорет егете Нур Ҡәҙербаев үҙенең ғүмер байрамын - тыуған көнөн билдәләй! Уңған, ихлас, ярҙамсыл, верстка оҫтаһы, талантлы журналист, йылғыр спортсмен һәм башҡа бик күп матур сифаттарҙың йыйылмаһы ул, Нурлы хеҙмәткәребеҙ! Ошо матур һәм иҫтәлекле көнөндә уға иҫәнлек- һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхет-ҡыуаныстар теләйбеҙ!
Тыуған көнөң ҡотло булһын,
Матур булһын ғүмерең!
Сәләмәтлек, бәхет менән
Үтеп торһон һәр көнөң!
Илдәр - тыныс, ғаиләң- имен,
Һаулығын мулдан булһын!
Тормошоңдоң һәр миҙгеле
Бәхеткә тулып торһон!





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға