«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Учалылар шәп йүгерә!



23.09.2019 Учалылар шәп йүгерә!

20-21 сентябрҙә Белорет ҡалаһында кросс буйынса БР Чемпионаты һәм беренселеге үтте. Унда учалылар һынатманы.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың йыйылма командаһы тупланды. Был команда 11-13 октябрҙә Ырымбур ҡалаһында үтәсәк кросс буйынса Рәсәйҙең Чемпионаты һәм беренселегендә ҡатнашасаҡ.

Шәхси беренселектә Артём Жиганшин менән Нелли Янсапова 3 километрға йүгергәндә беренсе урындарҙы яуланы, Анастасия Астахова иһә көмөш миҙалға лайыҡ булды.

Шулай уҡ йыйылма команда составында 6 километрға эстафетала йүгереүҙә Руслан Әхмәтшин менән 4х1 км эстафетала Нелли ҡатнашасаҡ. Руслан 2 километрға йүгергәндә беренсе урын алһа, эстафетала - 2 урын. Нелли ла эстафетала - 2 урын яуланы.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Р.Ғиләзетдинов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға