«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Водитель! "КамАЗ" тәгәрмәстәренән ҡурҡ!



23.09.2019 Водитель! "КамАЗ" тәгәрмәстәренән ҡурҡ!

Ҡала юлдарында йөрөгәндә "КамАЗ" кеүек ауыр йөк машиналарынан абай булығыҙ, иптәштәр!

Был техника боролоштарҙа үҙҙәрен яйһыҙ тота, водителдәре уң яҡтан килгәндәрҙе күрә һалмай, тормоздары сафтан сығып бара. Айырыуса тәгәрмәстәре хәүефле: ни өсөн тигәндә, йәйгеһен артыҡ йөк тейәлгән үҙбушатҡыстарҙың камералары шартлай, стопор ҡулсалары әллә ҡайҙа оса. Хәрәкәт иткән машинаның ярымкүсәрҙәре һынып, ступица подшипниктары емерелеп йәки шаҡарылып, тәгәрмәсе ысҡынып китеүе лә бик ихтимал.

Ошо көндәрҙә Өфөлә "КамАЗ" машинаһы ҡатнашлығында үтә күңелһеҙ хәл теркәлде. Сельская Богородская урамынан Индустриаль шоссе яғына барған бетон ташығыстың уртансы күсәренән "скат" - йәнәшә торған ике тәгәрмәсе ысҡынған. Машина шәп барған һәм тәгәрмәстәр ҙур тиҙлек менән ҡаршы һыҙаттан барған "Фольксваген-Пассат"тың алдына бәрелгән һәм осоп китеп, артта килгән 14-се ВАЗ машинаһының алғы тәҙрәһенә килеп төшкән. Һөҙөмтәлә "ун дүртенсе"лә ултырған 41 йәшлек ҡатын йәрәхәтләнгән.






Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға