«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бирешмә, Аҡйегет!



23.09.2019 Бирешмә, Аҡйегет!

Башҡорт эстрадаһында тәүге, әммә ышаныслы аҙымдарын яһаусы йәш егет бәләгә тарыны.

Аҡйегет Вәлитов күнекмәләр мәлендә (сальто яһағанда) муйыны менән матаға төшөп ҡаты имгәнеү алды. Әлеге ваҡытта ул дауаханала, ауыр операция үткәрҙе. Йырсының һөйәрмәндәре уның һаулығы өсөн борсола, теләктәшлек белдерә. "Өфө уттары" клубында үткән "Юлдаш Plus-ҡа 5 йәш!!!" концертында Аҡйегеттең йырына йәштәр бейеп, уға сәләмдәр ебәрҙе.
Бөрйән егетенә беҙҙә тиҙерәк йүнәлеүен теләйбеҙ! Бирешмә, Аҡегет, беҙ һинең менән!





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға