«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Төбәк башлығы Башҡортостан "үҫешенең тәүге биш йыллығы" тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы



23.09.2019 Төбәк башлығы Башҡортостан "үҫешенең тәүге биш йыллығы" тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров алдағы биш йыллыҡҡа республиканың социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Бының турала ул хөкүмәттәге бөгөнгө оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, документ хөкүмәттә ентекле тикшерелгән һәм тулыландырылған. Тиҙҙән үтәсәк брифингыларҙа хөкүмәт ағзалары төбәк үҫешенең стратегик йүнәлештәрен аңлатып үтәсәк һәм үҙҙәренең нимә эшләүе тураһында бәйән итәсәк. Әйткәндәй, бер ай эсендә хөкүмәттең яңыртылған составы билдәле буласаҡ.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға