«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибайҙар Өфөлә тамаша ҡуя!



27.09.2019 Сибайҙар Өфөлә тамаша ҡуя!

2 октябрь көндө Сибай концерт-театр берекмәһе Өфө тамашасыларын һәм баш ҡалабыҙ ҡунаҡтарын «Башҡортостан» дәүләт концерт залына республикабыҙҙың 100-йыллығына арналған ҙур тамашаға саҡыра.

Концертта бөтә ижади төркөм: «Сибай» бейеү ансамбле, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рөстәм Хәсәнов, Раушан Ниязғолов, Марс Ишморатов, республика йыр бәйгеләре лауреаттары Ғаяз Ғәйетбаев, Сөмбөл Моратова, Зәбирә Әминева, "Тархан" фольклор-эстрада төркөмө егеттәре һәм башҡалар ҡатнаша.

Тамаша киске сәғәт 7-лә башлана.

Билеттарҙы ҡала кассаларында һәм biletbar.ru сайтында һатып алырға була.

Рәхим итегеҙ, дуҫтар!





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға