«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ашаһаң, белеп аша! Рәсәйҙә етештергән сырҙарҙа зарарлы матдәләр табылған!



23.09.2019 Ашаһаң, белеп аша! Рәсәйҙә етештергән сырҙарҙа зарарлы матдәләр табылған!

«Росконтроль» белгестәре илебеҙҙә етештерелгән ҡайһы бер сырҙарҙа зарарлы матдәләр тапҡан.

«ВкусВилл», «Магнит», «Сыробогатов», «Каждый день» тигән сырҙарҙы һатып алған кешеләр, уларҙа әскелт тәм бар, ашағандан һуң ауыҙҙа тәмһеҙ тәм ҡала, тип зарланған булған.

Белгестәр уларҙа нитраттар тапҡан. Ләкин зарарлы матдәләр норманан уҙмаған, сырҙарҙың сифаты зарарһыҙ, тип белдерә.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға