«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Төбәк агросәнәғәте хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырасаҡ



23.09.2019 Төбәк агросәнәғәте хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырасаҡ

Башҡортостан агросәнәғәт предприятиелары үҙҙәренең хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырасаҡ тип хәбәр итәләр республика хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән.

Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путин бойороғо менән башҡарылған "Хеҙмәттең етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә ярҙам" милли проектына ярашлы башҡарыла. уның буйынса беҙҙә мәшғүллеккә ярҙам итеү һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу йәһәтенән хеҙмәт баҙары һөҙөмтәлеген арттырыу буйынса төбәк проекты ҡабул ителде.

Әле программала ҡатнашыуға Башҡортостандың 13 агропредприятиеһы ризалыҡ биргән. Уларҙың бишәүһенә хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын арттырыу өсөн дөйөм алғанда 69,7 млн һум аҡса күсерелгән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға