«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өс ҡуллы, дүрт аяҡлы бала тыуған



22.09.2019 Өс ҡуллы, дүрт аяҡлы бала тыуған

Һиндостандың Раджастан штатында өс ҡуллы, дүрт аяҡлы ҡыҙ бала донъяға килгән.


Урындағы матбуғат баҫмаһы хәбәр итеүенсә, ҡыҙҙың игеҙәк туғаны – ағаһы ла бар. Табиптар фаразлауынса, өс игеҙәк тыуырға тейеш булған, әммә әсә ҡарынында ике яралғы бер-береһенә ҡушылып үҫкән. Ауырлы ваҡытта буласаҡ әсә бер тапҡыр ҙа УЗИ үтмәгән. Шунлыҡтан бала ғәрип тыуа тип, бер кем дә күҙаллай алмаған.


Ҡыҙсыҡтың һаулығына ҡурҡыныс янамай. Табиптар артыҡ аяҡ-ҡулдарын алыу өсөн, уны икенсе дауаханаға күсермәксе.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: РБК


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға