«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тағы бер мутлыҡ тураһында аңлатабыҙ



22.09.2019 Тағы бер мутлыҡ тураһында аңлатабыҙ

Тағы бер мутлыҡ тураһында аңлатабыҙ59 йәшлек ҡатын интернет-сайттарҙың береһенә ҡала ситендәге йортон һатыуы тураһында иғлан ҡуя.

Икенсе көндө уға ир кеше шылтыратып, өйҙө һатып алам, хәҙер аванс күсерәм, ти. Һәм бының өсөн банк картаһының реквизиттарын һорай.
Ҡатын уны-быны уйлап тормай, уның әйткәнен үтәй. Һөҙөмтәлә 80 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.


Һатып алыусы менән ул бәйләнешкә инергә маташһа ла, аҡса юғалыу менән ирҙең кеҫә телефоны һүнә...

Был мутлыҡ киң таралған. Енәйәтсе һатып алыусы ролендә һатыусыға шылтырата. Тауар өсөн аҡсаны картаға күсерергә вәғәҙә итеп, реквизиттарҙы һорай.

Телефонға активация коды менән смс килһә, енәйәтсе аҡсаны күсереү өсөн уға ошо код кәрәклеген әйтә. Кодты белгәс иһә, граждандың банк иҫәбенә инеү хоҡуғын ала һәм анһат ҡына аҡсаларҙы урлай.

Дуҫтар, банк картаһының мәғлүмәттәрен, телефонға килгән смс-тарҙың эстәлеген бер кемгә лә әйтмәгеҙ! Һаҡланғанды Хоҙай ҙа һаҡлай бит.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға