«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй бокссылары - донъяла икенсе



22.09.2019 Рәсәй бокссылары - донъяла икенсе

Екатеринбургта бокс буйынса донъя чемпионаты уҙҙы.
Рәсәй йыйылма командаһы өс алтын һәм бер бронза миҙал яулап, командалар араһында икенсе урын яуланы. Юғарыға Үзбәкстан бокссылары күтәрелде. Улар өс «алтын», бер «көмөш» һәм бер «бронза»лы булды. Өсөнсө урынға Ҡаҙағстан спортсылары (бер алтын, бер көмөш, дүрт бронза миҙал) күтәрелде.
Донъя чемпионы булып Андрей Замковой (69 килограмға тиклем), Муслим Гаджимагомедов (91 килограмға тиклем) һәм Максим Бабанин (91 килограмдан ауырыраҡ) танылды.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға